Башҡортостанда 150 меңдән ашыу кешелә шәкәр сире асыҡланған

Башҡортостанда 150 меңдән ашыу кешелә шәкәр сире асыҡланған. Эпидемия кимәлендә таралған яман сиргә ҡаршы көрәш саралары көнүҙәк. Ил Президенты Владимир Путиндың дәүләтте үҫтереүҙәге милли маҡсаттар указына ярашлы, Башҡортостанда «Шәкәр диабеты менән көрәш» республика программаһы раҫланды. Уның аша пациенттарға ниндәй ярҙам һәм дауалау алымдары ҡаралған? Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Шәкәр диабеты диагнозы асыҡланғандан һуң ул үҙе менән бергә ошо препараттарҙы һәм глюкометрҙы йөрөтөргә мәжбүр. Шәкәр диабетының кире тәьҫире йөрәк-ҡан тамырҙары әйләнешенә, күҙҙәргә эҙһеҙ үтмәй. Бөтәһенә лә стресс, артыҡ шәрбәтле эсемлектәр ҡулланыу, дөрөҫ туҡланмау сәбәпсе булды, ти Сыңғыҙ.

Башҡортостанда «шәкәр диабеты»диагнозы ҡуйылған 150 мең самаһы кеше теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта пациенттарҙың 95 проценты икенсе типтағы шәкәр сиренән яфалана. Йәшәү рәүеше, хәрәкәтләнмәү матдәләр алмашыныуы боҙолоуына сәбәпсе. Төбәк программаһының маҡсаты - ауырыуҙы дауалауға һәм иҫкәртеүгә системалы ҡараш булдырыу, медицина ярҙамының сифатын күтәреү, шулай уҡ шәкәр диабеты менән яфаланған кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Комплекслы сараларға сирҙе иртә диагностикалау, пациенттарҙы уҡытыу, амбулатор ярҙамды үҫтереү һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү инә, ти белгестәр.

150 мең самаһы ашыу пациенттың 7600-дә беренсе типтағы шәкәр диабеты. Төбәк программаһына ярашлы пациенттар эндокринолог күҙәтеүендә дауалана, препараттар менән тәьмин ителә. Уларға юлламалар бирелә, сир эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында стационар шарттарында дауалау ҡарарған. Бынан тыш, пациенттар өсөн шәкәр диабеты мәктәбе лә эшләй. Унда терпевт аша яҙылырға мөмкин.

Әлиә Насрытдинова, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының эндокринология үҙәге етәксеһе, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эндокринологы

Аяуһыҙ диагноз асыҡланған осраҡта ла төшөнкәлөккә бирелергә ярамай. Йәшәү рәүешен һәм туҡланыуҙы үҙгәртеү, махсус диета тотору, хәрәкәт һәм физик күнекмәләрҙән ҙә бик мөһим, ти белгестәр.

Хәҙәрге йәшәү ритмында ваҡытында туҡланырға, артыҡ күп ашамаҫҡа, иң мөһиме туҡланыу ғәҙәттәре беҙҙең йәшәү сифатына зыян килтермәһен.

Әлиә Фазлыева, табип-эндокринолог, төбәк эндокринология диагностикалау клиникаһы белгесе

Шәкәр сире диангнозы менән пациенттар йәшәү урыны буйынса офтальмологта тикшертеү үтә ала. Сир асыҡланған ораҡта «Шәкәр диабеты менән көрәш» республика программаһына ярашлы республика клиник дауаханаһында күҙҙәргә лаззер коагуляциялау прцедураһын да үткәртә ала.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ