Махсус хәрби операция яугирының ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға - ҡыҙҙары тыуған

Сабый Республика клиник перинаталь үҙәгендә 3 килограмм 170 грамм ауырлыҡта, буйы 53 сантиметр булып донъяға килгән. Уға Алһыу тип исем ҡушҡандар.

Ҡыҙҙың атаһы әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта ил һағында тора. Әсәһе - Лениза ханым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, төрлө саралар ойоштора. Бала табыу йортонан Алһыуҙы һәм уның әсәһен Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡаршы алды. Ҡыҙ Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Языкбаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала. Өйҙә уны ике апаһы менән ағаһы көтә.

Языкбаевтар ғаиләһен ҡотлағандан һуң, Римма Үтәшева Республика клиник перинаталь үҙәге менән танышып сыҡты. Римма Әмир ҡыҙына реанимация бүлеге, бала табыу блогы күрһәтелде.

Бөгөн бала табыу залы элеккесә кеүек 8 кеше өсөн түгел, ә һәр ҡатынға айырым. Эпидемиологик режим үтәлә, таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлана. Төрлө яңы мөмкинлектәр ҙә бар. Бала табыу залына ҡатындар ирҙәрен, йәки әсәләрен саҡырта ала.

Римма Үтәшева, Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ