Данлыҡлы 116-сы махсус тәғәйенләнештәге «ҡорос» бригадаһы командиры хәрби хеҙмәт барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн дәүләттең юғары наградаһы менән билдәләнде. Руслан Ғәрифуллинға «Алтын Йондоҙ»ҙо Росгвардия етәксеһе Виктор Золотов тапшырҙы. Награданы Рәсәй геройы тәүгеләрҙән булып яҡташтарына күрһәтте. Йәрмәкәй районында үткән осрашыу тураһында киләһе сюжет.
Тантаналы шарттарҙа ла генерал-майорҙың йөҙөндә тыныслыҡ. Ныҡлы характер хәрби хеҙмәттә формалаша. Юҡҡа ғына ул етәкләгән 116-сы бригада яугирҙарын «ҡорос» тип атамайҙар. Руслан Ғәрифуллиндың хеҙмәт кенәгәһендә наградалар байтаҡ, шул иҫәптән 3 Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Батырлыҡ өсөн миҙалы. Әле генерал-майорҙың кителен «Алтын Йондоҙ» биҙәй.
Руслан Ғәрифуллинды тыуған Йәрмәкәй ерендә сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Яҡташтары өсөн ул рәсми бүләкләнеүгә тиклем дә ысын герой була. Звание биреү уның батырлығын, илһөйәрлеген иҫбатлай ғына. Йәрмәкәй мәктәбен Руслан Ғәрифуллин теүәл 30 йыл элек тамамлаған. Класс етәксеһе-география уҡытыусыһы Фәрхәт Кинйәбаев һүҙҙәренсә, буласаҡ герой бала сағынан уҡ хәрби топография менән ҡыҙыҡһына, спорт менән шөғөлләнә, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә автоматтан атыу буйынса иң мәргәне була. Аҙ һүҙле, тәртип боҙоу уның өсөн хас түгел ине, тип хәтерләй ул.
Почет таҡтаһында генерал-майорҙың фотоһы эленгән. Мәктәп йылдарында грек-рим көрәше һәм каратэ менән шөғөлләнде, яҡшы физик әҙерлеге арҡаһында ул ҡыҙыл берет кейеү хоҡуғын да алды, ти геройҙың әсәһе.
Мәктәптән һуң Руслан Ғарифуллин Милли гвардия ғәскәрҙәренең Пермь хәрби институтына инә. Уҡыуын тамамлағас, спецназда хеҙмәт итә. Төньяҡ Кавказ һәм Сүриәлә хәрби бурыстар үтәй. Махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк. Генерал-майор етәкселегендәге 116-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге бригада Белгород һәм Курск йүнәлештәрендә эшләй. Росгвардия етәксеһе Виктор Золотов билдәләүенсә, «ҡорос» бригадаһы дошмандың күп һанлы контрһөжүмен кире ҡаға.
Рәсәй геройының ҡатыны ла хәрби хеҙмәткәр. Бер-береһе менән улар мәктәп эскәмйәһенән үк таныш. Бер класта белем алалар. Ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән улдары ата-әсәһе юлын дауам итә, хәрби институтта уҡый.
Руслан Ғарифуллин Йәрмәкәй районы тарихында Герой исеменә һәм генерал званиеһына лайыҡ булған 5-се хәрби хеҙмәткәр. Руслан Ғарифуллиндың тормошонда иман да бар. Дини кеше булараҡ, офицер урындағы мәсеттә йома намаҙында ҡатнашты.
Рәсәй Геройы күптән инде атайсалынан алыҫ йәшәһә лә, Йәрмәкәй районында даими ҡунаҡ. Буш ҡул менән йөрөмәй. Мәҫәлән, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондын яңы экспонаттар менән тулыландырырға ярҙам итә. Трофей өлгөләрен ул яу яланынан алып килгән. Тиҙҙән батыр яҡташыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



