Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланды

Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юллана. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып бара. Маршрут республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы «Өфө-арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Көс туплап, ялын туғандары менән үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡларға әҙер. Оҙатыусылар араһында әле алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың туғандары ла булды. Улар ир-егеттәргә махсус хәрби биләмәгә күстәнәс биреп ебәрҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ