Өфө районы Булгаково ауылы эргәһендәге объектты төҙөкләндереү эштәре план буйынса август урталарына тиклем күҙалланғайны. Әммә транспорт хәрәкәте әле үк тулыһынса тереҙелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1980 йылда төҙөлгән һәм авария хәлендә тип танылған объектта ремонт һуңғы тапҡыр бынан 11 йыл элек яһалған. Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә.
Бынан ары күп кенә тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр хәүефһеҙ һәм уңайлы күпер аша йөрөй ала. Бөгөн ремонт ҡоролма аҫтында дауам итә, әммә юлдар ябылмаясаҡ. Шуны билдәләргә кәрәк, эштәр транспорт хәрәкәтенең йәйге осорҙа кәмеүенә бәйле махсус ойошторолған.



