Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса быйыл республикала 134 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыу күҙаллана. Былтыр ҙа ошо уҡ күләмдә медицина учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылған. Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы улар иҫәбендә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фәриҙә Дәүләткирәева ҡан баҫымына зарлана. Бигерәк тә үҙгәреүсән һауа торошона һиҙгерлеге йыш ҡына медицина пунктына алып килә. Иң мөһиме уның ауылда булыуында. Юғиһә, күрше ауылдарға, йә район үҙәгенә йөрөргә тура килер ине, ти пациент
Кешене дарыу ғына түгел, яҡты йөҙ ҙә, йылы һүҙ ҙә дауалай, тигәндәй, медицина хеҙмәткәре лә ауылдаштарҙы яҡты сырай менән ҡаршы алып оҙатып ҡала. Белорет ҡалаһының бала табыу йортонда тәжрибә туплаған белгес артабан Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылына эшкә ҡайта. Бөгөн фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләүенә теүәл бер йыл.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты - сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Азат Ғәлиуллин



