Өфөнөң Дим биҫтәһендә ҡулайлаштырылмаған һәм тыйылған һыу инеү урындарына сираттағы рейд үтте

Был юлы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре менән 11 йәшлек Кәрим Хәбибуллинды ла алды. Мәктәп уҡыусыһы йәмәғәт контролен башҡара һәм ул бындай рейдтарға йыш сыға. Инде биш йыл самаһы ул ведомствоның ирекмәне булып тора.

Мин кешелергә ярҙам күрһәтә алыуымдан ҡәнәғәтмен. Һөнәр, әлбиттә, еңелдән түгел, шулай ҙа үҙем өҫтөндә эшләйем. Киләсәгемде мин ҡотҡарыусы һөнәрендә күрәм.

Кәрим Хәбибуллин

Кәрим Хәбибуллиндың эшкә яуаплы ҡарауын Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе лә айырым билдәләп үтте. Кирилл Первов әйтеүенсә, теләгән һәр кем ведомствоның уҡыу-методика үҙәгендә ирекмәнлек буйынса махсус курс үтә ала. Шулай уҡ мәктәптәрҙә авария-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре ҡатнашлығында асыҡ дәрестәр ҙә йыш ойошторола. Быларҙың барыһы ла балаларға һөнәр йүнәлешен билдәләүгә ярҙам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ