Мәктәп һәм балалар баҡсаларында ремонт эштәре башҡарыла, кабинеттар тәртипкә килтерелә,йыһаздар, ҡормалардар,уҡыу әсбаптары яңыртыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә. Өфө районы белем биреү усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәлен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Мәктәп ашханаһы әйтерһең дә операция эшләү бүлмәһе. Дүрт йөҙҙән ашыу бала туҡлана тип уйламаҫһың да. Ашнаҡсылар балаларҙы ҡабул итергә шулай етди әҙерләнгән. Туҡландырыу блогы тулыһынса йыйыштырылған, сафтан сыҡҡан ҡорамалдар, йыһаздар алыштырылған.
«Ҡанатлан» мәғариф үҙәгендә ошондай уҡ исем менән белем биреү модуле ғәмәлгә ашырыла. Мәктәп уҡытыусылар менән тулыһынса тәьмин ителгән..Уҡыусыларҙың техник һәм тәбиғи фәндәргә ынтылышы ла хуплана. Химия фәнен төплө итеп өйрәнеү өсөн дә бында заманса кабинеттар һәм лабораториялар йыһазландырылған. Малай ҡыҙҙар химия фәнен һанлы технологиялар ярҙамында тәрән өйрәнә алыу мөмкинлеген эйә.
Технология кабинеты «Ҡанатлан» белем биреү үҙәгенең айырым ғорурлығы. Бында ҡыҙҙар йорт хужабикәһенә кәрәкле һөнәрҙәргә-кейем тегергә, сигергә, бәйләргә, тәмле итеп ашарға бешерергә өйрәнә. Мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереүсе ведомство-ара комиссия ағзалары хеҙмәт дәресендә техник татаптарҙың үтәлешенә иғтибар итте.Спортзалдағы штангалар, канаттар, ҡапҡалар ныҡлығы хаҡында тренерҙар, аталы-уллы Дмитрий һәм Егор Ивановтар бәйән итте. «Ҡанатлан» белем биреү үҙәгендә һәр бала күңеленә ятҡан һөнәр нискәлектәрен өйрәнә ала.
Был туҡталыш янындағы юл һыҙаттары мәктәп автобустары өсөн тәғәйенләнә. Улар ҙа белем көнө алдынан яңынан һыҙыла.Мәғариф учиеждениеларындағы инеү-сығыу пункттарында хәүефһеҙлек мониторҙар һәм камералар ярҙамында көсәйтелә.
Аэрокосмонавтика йүнәлешендәге кластары булған«Юлдаш» белем биреү үҙәге лә уҡыусыларҙы 1 сентябрь белем көнөнә ҡабул итергә әҙер.Мәктәп биш йыл элек асылған. Унда косметик ремонт уҡытыусылар һәм ата-әсәләр көсө менән башҡарылған. Яңы уҡыу йылынан был бинала меңдән ашыу уҡыусы өсөн фәнни эҙләнеүҙәргә нигеҙләнгән мауыҡтырғыс тормош башланасаҡ.
Был стеналарҙа балаларға һынмаҫ ҡанаттар ҡуйыла. Уларҙың, рухтары ныҡлы, кәйефтәре күтәреңке, белем буйынса һөҙөмтәләре ышаныслы, физик ятан көслө булып үҫһенләр өсөн бөтә шарттар булдырыла..
«Башҡа ҡағиҙәләр» йәмәғәт биләмәһе балалар тәҡдиме менән Рәсәй Президенты гранты ярҙамында булдырылған. Был мөйөш малай-ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә, кәңәшләшергә, аралашырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы уҡыу йылынан уҡыусылар бында ҡолас йәйеп ижад итәсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова



