12 августа ул ойошторған халыҡ-ара фестиваль башлана. Концертта Рәсәйҙең танылған артистары, Ҙур театр солистары һәм Белоруссия йырсылары ҡатнаша. Тамашасыларға рус һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре тәҡдим ителә. “Севастополь ҡалаһы фестиваль тарихында яңы сәхифә аса. Беҙ опера сәнғәте өлгөләре менән яңы ҡалаларҙа сығыш яһарға тырышабыҙ”, - тип белдерә Илдар Абдразаҡов. 19 сентябрҙән концерттар Алыҫ Көнсығышта дауам итә.





