Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләргә була. Беҙҙең республика банктан кредит алыуға сикләү ҡуйыуҙа иң әүҙем төбәк һанала. Берҙәм кредит бюроһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 475 меңдән ашыу кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Мәскәүҙә бындай кешеләр 1 миллион 300 мең, Санкт-Петербургта 626, Мәскәү өлкәһендә 914 мең. Белгестәр фекеренсә, был ысул мутлашыусыларҙан һаҡланырға ярҙам итә.




