Башҡортостанда мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе ҡатын ҡулға алынды

Асыҡланыуынса, Өфөлә йәшәүсе 27 йәшлек ҡыҙ мутлашыусылар ҡушыуы буйынса финанс ойошмаларҙа һәм кибеттәрҙә аҡса таларға маташҡан. Ғәйепләнеүсе гранатаға оҡшаған әйбер менән Менделеев һәм Цюрупа урамдарында енәйәт ҡылған. Тикшереү барышында хоҡуҡ боҙоусы ҡатын мутлашыусылар ҡушыуы буйынса эшләгәне асыҡланған.

Мутлашыусылар телефон аша полиция хеҙмәткәрҙәре булып алдап, уның бурыстары бар тип кредит алырға өгөтләгән. Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинеты паролен асыҡлап ҡыҙҙың өс миллион һум аҡсаһын алған. Аҙаҡ улар ҡыҙҙы кибеттәрҙә хеҙмәткәрҙәрҙе граната менән ҡурҡытып аҡса талауға этәргән. Мутлашыусылар тоҙағына эләккән ҡыҙ закон алдында үҙе яуап бирәсәк. Хоҡуҡ һаҡсылары телефон һәм интернет мутлашыусылары менән һаҡ булырға саҡыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ