«Сәләмәтлек поезы» Саҡмағош районында туҡталған

Табиптар унда июль аҙағынан алып 8 авгусҡа тиклем халыҡты ҡабул итә. Баш ҡала белгестәрен тәүҙә Йомаш ауылы ҡаршыланы.

Саҡмағоштарҙың милли кейемдәрҙә, һый-хөрмәт күрһәтеп ҡаршы алыуҙарынан табиптар баҙап та ҡалды. Табиптар бындай иғтибарҙы көтмәгән дә. Ә бына урындағы халыҡ баш ҡала табиптарының килеүен күптәнән көткән. Ни тиһәң дә һирәк һөнәр белгестәре көн дә килмәй. Йомаштар өсөн был бер юлы, бер ерҙә сәләмәтлекте тикшертеү, ауырыуҙарҙы дауалау өсөн юлламалар, күрһәтмәләр алыу мөмкинлеге.

«Сәләмәтлек поезы» Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса республикала 6 йылдан ашыу йөрөй. Табиптар апрелдән алып сентябргә тиклем тиҫтәләрсә райондарҙа пациенттар ҡабул итә. Халыҡ район дауаханаһында һирәк булған онколог, гастроэнтеролог, невролог, эндокринолог кеүек белгестәргә мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең маҡсат сирҙәрҙе киҫкенләшмәҫ борон асыҡлау һәм республика клиникаларына йүнәлтеү, ти медицина хеҙмәткәрҙәре.

Акция ауырыуҙары иртә, киҫкенләшмәҫ борон асыҡлауға йүнәлтелгән. Шул рәүешле сирлеләргә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкин. Пациенттар менән консультациялар үткәрәбеҙ, һайлап алабыҙ һәм баш ҡалаға госпитализацияға оҙатабыҙ. Унда инде юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.

Флүрә Туҡтарова, табип-кардиолог
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ