Йәйге сәләмәтлекте яҡшыртыу кампанияһы 500 меңдән ашыу баланы йәлеп итәсәк

Был иһә республика балаларының 96 проценты. Башҡортостанда лагерҙар селтәре ярайһы уҡ киңәйҙе. Әгәр дүрт йыл элек улар һаны мең ярымға аҙ ғына етмәһә, бөгөн иһә 1899 лагер эшләй. Йыл әйләнеһенә эшләүсе ял итеү учреждениелары һаны ла артҡан. Муниципаль кимәлдәге лагерҙарҙы төҙөкләндереүгә, матди-техник базаһын яңыртыуға 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 9 профилле лагерҙар асылһа, тағы ла 11 тиҙ ҡоролмалы модүлле ял итеү үҙәктәре барлыҡҡа килгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ