Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан башлығы гранттары фонды ойошторған конкурста ҡатнашыу өсөн 346 ғариза килгән, шуларҙың утыҙы еңеп сыҡҡан. 9 коммерция булмаған ойошма тәүге тапҡыр грант отҡан, ә икәүһе конкурста беренсегә ҡатнаша. Проекттар төрлө. Ғаилә, айырым категория граждандарҙы яҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау, тарихи хәтерҙе, тирә-яҡ мөхитте, һаулыҡты һаҡлауға ҡағыла. Ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ла мөһим. Коммерция булмаған ойошма вәкилдәренең тормошҡа ашырырҙай башланғанғыстары бик күп. Уларға ярҙам итеү беҙҙең бурыс, ти яҙған Радий Хәбиров.



