Алдағы биш йылда Башҡортостанда 20 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлөшө күҙаллана

Был маҡсат төбәктә льготалы граждандарҙы торлаҡ менән тьәмин итеү, кешеләрҙе авария хәлендәге йорттарҙан яңы фатирҙарға күсереү мәсльәһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Дүртенсе йыл рәттән республикала 3 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Был күрһәткестәр буйынса Башҡортостан төҙөлөш өлкәһе Волга буйы федераль округында алдынғылар иҫәбендә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәре Вилнур Мансуров күптән түгел яңы фатирға күскән. Эш урынынан бүленгән студия егеттең торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән-уға ҡуртымға фатир алып аҡса түгергә кәрәк түгел. Лесунов урамында төҙөлгән күп ҡатлы йортта ул предприятиела эшләгән осорҙа бушлай йәшәй. Ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән объектта 400 фатир иҫәпләнә.

Хеҙмәткәрҙәр өсөн бушлай торлаҡ төҙөү проекты менән башҡа ҙур предпритяиелар ҙа ҡыҙыҡһана. Быйыл Өфөлә ҡеүәтле ойошма ҡарамағында тағы ла күп ҡатлы йорт төҙөү күҙаллана. Эшселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө.

УМПО биләмәһендә эшселәр өсөн йорт төҙөү республикала тәүге тәжрибә. Был уңышлы миҫал артабан дауам итәсәк тип өмөт итәбеҙ, сөнки проект предпритяие өсөн дә, төҙөлөш компаниялары өсөн дә килемле, уңайлы. Аренда йортонда предприятиеға эшкә килгән студенттар өсөн дә торлаҡ ҡаралған. Өс-дүрт ҡатта йәштәр йәшәйәсәк һәм был яңы белгестәр өсөн ҙур ярҙам булып тора.

Артём Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы

Авария хәлендәге иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы фатирға күсереү йәһәтенән дә күп яҡлы эш алып барыла. Былтыр республика таушалған йорттарҙан күсереү буйынса милли проектты графиктан алдан тамамланы. Уға ярашлы 18 мең квадрат метр торлаҡтан 1 меңдән ашыу кеше яңы йорттарға күсерелгән.

Уссурийская урамында иҫке йортта йәшәнек. Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса беҙгә аҡса бүленде һәм яңы фатирлы булдыҡ. Бүленгән сумма һәм ярҙам менән ҡәнәғәт ҡалдыҡ, бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар булманы.

Ольга Ваһапова

Башҡортостанда төҙөлөш тармағы йылдам үҫешә. тиҫтәләгән социаль объект, күп фатирлы йорттар күҙгә күренеп арта. Рәсәй президенты ҡарары буйынса Башҡортостанда 2030 йылға тиклем йыллыҡ төҙөлөш күләмен 4 миллион квадрат метрға еткереү бурысы тора. Шуға ла төҙөлөш темптары артабан юғары тиҙлектә дауам итәсәк.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ