Һунарсы минимумы тип аталған имтихандар тест формаһында үткәрелә. Уны республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡабул итәсәктәр. Башҡортостанда һунарсылыҡ ресурстары ҙур. Ҡырағай хайуандар һәм ҡош-ҡорт аулауға тәғәйен биләмәләр майҙаны 13 миллион гектарға етә. Төбәктә 31 төр хайуан һәм 54 төр ҡош атырға мөмкин. Һунарсылыҡ өлкәһендә тәртип урынлаштырыу өсөн рейдтар, тикшереүҙәр ойошторола. Шуға ҡарамаҫтан, контролде көйсәйтеп талап ителә. Һунарсылыҡ өлкәһендә ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөп һынау тотоу был йәһәттән файҙаға ғына, ти белгестәр.



