Проект былтыр Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеү яулап, федераль грантҡа эйә булғайны. Йәмәғәт киңлегендә барған төҙөлөш менән беҙҙең ижади төркөм танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Электр менән тәьмин итеү системаһы үткәрелә, плитәләр һалына. Бәләбәй ҡалаһындағы Әмиров бульварын төҙөкләндереү быйыл апрелдә старт алғайны. Әлеге ваҡытта инженер селтәрҙәренән тыш, тротуарҙар тәртипкә килтерелә, буласаҡ арт-объекттар өсөн урын әҙерләнә. «Новаторҙар бульвары» былтыр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны.
500 метр оҙонлоҡтағы бульвар «Автонормаль» заводына нигеҙ һалыусы Марс Әмиров исемен йөрөтә. Марс Ғизетдин улы яңы идеялар, алымдар индереүсе һәм уларҙы тормошҡа ашырыусы кеше ине, тип иҫкә ала уны урында йәшәүселәр. Шуға күрә бульвар проектының нигеҙенә алға хәрәкәт итеү принцибы алынған. Йәмәғәт урыны үҫеште сағылдырыусы 6 киңлеккә бүленгән.
Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереүҙә дизайнда булған иң заманса ысулдар ҡулланыла. Иң көтөп алынған яңылыҡтарҙың береһе-яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған ҡоро фонтан.
«Новаторҙар булвары» проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы федераль һәм республика бюджетынан йәмғеһе 240 миллион һум аҡса бүленгән. Сығымдарҙың бер өлөшөн ҡала хакимиәте үҙе ҡаплай. Йәмәғәт киңлегендә велосипед юлы, ял итеү, уйын зоналары, сауҙа, өҫтәмә парковка урындары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡ төҙөкләндерелә.
«Новаторҙар Бульвары» проекты буйынса эштәр беренсе ноябргә тиклем тамамланырға тейеш. Киләһе йыл төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тормошҡа ашырыласаҡ. Йәғни, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу, биләмәне йәшелләндереү планлаштырылған.
Әлфинә Килдейәрова



