Рәсәй оборона министрлығының был проекты алты көнгә иҫәпләнгән- 21 августан 27-һенә тиклем уҙғарыу ҡарала. Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафикова.
“Армия мәҙәниәте көндәре” барышында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, дискуссиялар һәм тематик спектакль-концерттар уҙғарыу ҡаралған, ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
“Армия мәҙәниәте көндәре” Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арнала.




