Республикала етем балалар 6 процентҡа кәмегән

Әле Башҡортостанда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 9 мең 500-гә яҡын бала иҫәпләнә. Күрһәткес, былтырғы менән сағыштырғанда, 635-кә түбәнерәк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был күренеш социаль етемлекте иҫкәтеү буйынса алып барылған әүҙем эш һөҙөмтәһе. Ата-әсәһеҙ ҡалған балалар ғаиләгә урынлаштырыла. Ярты йылда 489 ҡыҙ һәм малай яңы өй тапҡан. Балалар йортона һәм приюттарға ебәрелгән балалар ҙа аҙайған. “Былтыр социаль учреждениеларға 66 бала урынлаштырылған. Быйыл ундайҙар һаны – 34. Бөгөн 591 балаға ғаилә эҙләйбеҙ”, - тине Ленара Иванова. Башҡортостанда ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүселәр ҙә кәмегән.

Фото №1 - Республикала етем балалар 6 процентҡа кәмегән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ