Ил төбәктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан “Группа крови” тигән хәрби драма һәм кино прокаты хиттары иҫәпләнгән фильмдар күрһәтелә. “Кино төнө” 23 августа була. Ул Рәсәй киноһы көнөнә арнала. “Был сара тамашасыға үҙебеҙҙең киноларҙы тәҡдим итеү, Рәсәй киноһы көнөн лайыҡлы уҙғарыу һәм кино сәнғәтенең мөһимлеген күрһәтеү мөмкинлеге. 10 йыл эсендә акцияның даирәһе киңәйҙе. 2023 йылда беҙгә илдең яңы төбәктәре – Донбасс, Херсон һәм Запорожье ҡушылды. 2024 йылда акция халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. БРИКС һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә фильмдар күрһәтелде”, - тип белдерҙе Мәҙәниәт министры Ольга Любимова.





