“Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” программаһының иң популяр йүнәлеше билдәле

Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған   республика программаһы 7 йүнәлештә эшләй. Улар араһында туҡланыу мәктәптәре, “көмөш йәштәге сәғәттәр”, халыҡ кәсептәренә өйрәтеү, сәләмәт йәшәү рәүеше, ирекмәнлек һәм остазлыҡ бар. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова  белдереүенсә, туризм программаның иң популяр тармағы булып тора, уға республика буйлап экскурсиялар, шулай уҡ Беларусь һәм Үзбәкстанға сәйәхәттәр инә. Биш йыл эсендә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек”  программаһының төрлө сараларында 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә райондары, Нефтекама һәм Сибай халҡы әүҙемлек күрһәткән.

Фото №1 - “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек”  программаһының иң популяр йүнәлеше билдәле
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ