Өфөлә проблемалы юл участкаларында соҡорҙарҙы ремонтлау дауам итә

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, урам-юл селтәренең 28 саҡрымы тәртипкә килтереләсәк. Әлеге ваҡытта төҙөкләндереү 10 юл участкаһында тамамланған. Ә бына ихата эсендәге юлдарҙың торошо идара итеүсе компаниялар яуаплылығында. Ремонт эше Бәләкәй Граждандар урамында ла бара. Был участкала трафик юғары-автоһәүәҫкәрҙәр заправкаға, шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәре машиналары йөрөй. Бөтә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн 20 тонна асфальт китәсәк. Бер юлы 10 эшсе һәм 3 берәмек техника эшләй. Бынан һуң бригада киләһе объектҡа күсәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ