Күптән түгел генә «Хонда» мотоциклы менән бәрелешкән ҡуртымға алынған автомобиль водителенең таныҡлығы булмай сыҡты. Юл транспорт ваҡиғаһы 2 августа Октябрь просмпектында теркәлгәне. Һулға боролорға уйлаған водитель ҡаршыға килгән мотоциклды күрмәгән. Аварияла ғәйепләнеүсе ваиға урынын ҡалдырып ҡасҡан, ә мотоциклист ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әле каршеринг автомобиле волдителе табылған. 17 йәшлек үҫмерҙең водитель таныҡлығы булмаған, әҡуртымға автомобиль алыу өсөн ул интернетта аккаунт һатып алған. Әле тәфтишселәр осраҡ буйынса тикшереү алып бара.



