Өфө-Сәиләбе маршруты буйынса йөрөй башлаған «Ҡарлуғас» электр поезы дүрт көн эсендә генә ике мең ярым пассажир ташыған. Ҡала яны бәйләнеше форматындағы төбәк-ара экспресс береенсе августа ғына йөрөй башланы. Поезд баш ҡаланың Дим биҫтәһенән йома, шәмбе йәкшәмбе көндәрендә ҡуҙғала. Силәбенән иһә шәмбенән алып дүшәмбегә тиклем йөрөй.
Белгестәр әйтеүенсә, тимер юлы транспортына ихтыяж ҙур. Ул иң уңайлы һәм хәүефһеҙ хәрәкәт итеү сараһы тип һанала. Уҙған йылда ғына илдәге «Ҡарлуғас»тар 2 миллиондан ашыу пассажирҙы йөрөткән. Башҡортостан менән күрше Силәбе өлкәһен бәйләгән маршрут та халыҡ араһында популяр бәйләнешкә әйләнер тип көтөлә. Һәр хәлдә юл йөрөүселәр яңы поездың өҫөтөнлөктәрен баһалап та өлгөргән.



