Бөгөн тимер юл ғәскәрҙәре көнө. Был байрамды Рәсәй ҡораллы көстәренең тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр, хәрби бурыслылар һәм ябай эшселәр ҙә билдәләй. Советтар союзы осоронда тимер юл ғәскәрҙәре көнө 5 октябрҙә билдәләнә.
Был дата 1918 йылда ғәскәр ойошторолоу көнө менән бәйле. СССР тарҡалғас ил Президенты указына ярашлы ул иҫтәлекле көн булараҡ ҡына һаҡлана. 2006 йылда инде һөнәри байрам 6 авгусҡа күсерелеп киң билдәләнә башлай. Тап ошо датаның һайланыуы ла осраҡлы түгел-был көндә Санкт-Петербург-Мәскәү тимер юлын файҙаланыу һәм һаҡлау өсөн хәрбиләштерелгән махсус подразделение булдырыла.Тимер юл ғәскәрҙәре Рәсәй хәрби көстәренең айырылғыһыҙ һәм мөһим өлөшө. Хәрбиҙәр башҡа ғәскәрҙәрҙе барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүсе юлдарҙы һаҡлай, хеҙмәтләндерә, яңыларын төҙөй.



