Сәхнә йондоҙо әйтеүенсә, ысынында иһә яҙмала күренгән айыу ҡулға эйәләштерелгән хайуан. Уны клип төшөргән ваҡытта шаяртыу өсөн музыкаль команданың директоры алып килгән. Ләкин бына айыу ғына шаяртыуҙы аңламаған. Ҡоттары осҡан артистарҙы тынысландырам тип айыуға ҡулын һуҙғанда ваҡытта ирҙе тырнап ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә йырсының музыкаль төркөмә ҡырағай айыу ташланған тигән хәбәр таралғайны.



