Өфөлә фатир хужалары ремонтсыға миллиондар күсереп алданып ҡуйған

Өфөлә Әй урмында, Ғәли Ибраһимов урамында йәшәүсе яңы фатир хужалары подрядсыға ремонтҡа миллиондар күсереп алданған. Фатир хужалары хоҡуҡтары боҙолоуына ризаһыҙлыҡ белдерә, был хаҡта эске эштәр идаралығына ғариза менән мөрөжәғәт иткән. Алданған фатир хужалары менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Әй урамындағы ике бүлмәле бы фатирҙа ремонттың башы ла аҙағы ла күренмәй. Фатир хужаһы был бүлмәләрҙә ремонт тамамланыуын өс йылға яҡын көтә. Подрядсы менән килешеү 2022 йылдың сентябрендә төҙөлгән.. Әммә һөҙөмтә юҡ. Ремонт килешеүендә берҙән-бер етешһеҙлек уның ҡасан тамамланасағы хаҡында мәғлүмәт күрһәтелмәгән, ти фатир хужаһының мәнфәғәттәрен яҡлаусы адвокат.

Подрядсы төҙөлөш материалдары һатып алыу өсөн 3 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Фатир хужаһын ышандырыр өсөн ремонт эштәрен башҡарыуы хаҡында видеолар төшөрөп һалған. Әммә күреүегеҙсә бында бер-нәмә лә эшләнмәгән. Ул һаман да ремонт эшләйем йә булмаһа аҡсаны кире ҡайтарам тип вәғәҙә итә.

Владислав Соболев, адвокат

Подрядсы йылытыу торбаларын алмаштыра, әммә нығытып өлгөрмәй, һөҙөмтлә түбәнге ҡаттағы күршеләрҙе һыуға батыра. Улар ҙа судҡа ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Артур Ғабдуллин иһә ремонт эштәрен намыҫһыҙбашҡарыусы подрядсыға ышанып тапшырғанына үкенеп бөтә алмай..Ғәли Ибраһимов урмындағы йорт фатирында ремонт эштәрен икенсе подрядсыға тапшырырға ҡарар иткән.

Подрясынан мин урланған йыһаздар менән бергә бөтәһе бер миллион һигеҙ йөҙ мең һумлыҡ матди зыян күрҙем. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза тапшырҙым, уны ҡарауҙарын көтәм.

Артур Ғабдуллин, Өфөлә йәшәүсе

Дамир Гәрәйхановҡа фатир ремонтын ышанып тапшырып алданыусылар дүрт кеше. Уларға сифатлы ремон та башҡарылмаған, милиондары ла елгә осҡан. Ремонтсынан зыян күреүселәр үҙ хоҡуҡтары суд аша яҡларға ниәтләнә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ