Әр-Рәхим йәмиғ мәсетенең икенсе һәм өсөнсө ҡатына тәҙрәләр урынлаштырыу башланды

Тәҙрә конструкцияларының һуңғы партияһы әҙер. Әр-Рәхим йәмиғ мәсетенең икенсе һәм өсөнсө ҡатына тәҙрәләр урынлаштырыу башланды. Витраждарҙы Өфө районындағы компания әҙерләй. Дини объектта барған эш барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Эшкәртеүсе станок бер үк ваҡытта биш яҫылыҡта фрезалауға, ҡырҡырға һәм быраулап тишергә мөмкинлек бирә. Етештереү ҡеүәтен 20 тапҡырға арттырған ҡоролма бер нисә хеҙмәткәрҙе алмаштыра ала. Әммә төп өҫтөнлөгө-буласаҡ тәҙрә конструкцияларын дөрөҫ һәм сифатлы эшләүендә.

Әр-Рәхим мәсете өсөн тәҙрәләр Белоруссиянан килетерелгән профилдән һәм Салауатта етештерелгән быяланан эшләнә. Иң ҙур конструкцияның бейеклеге 10 метр, киңлеге 2 метрҙан ашыу. Зәңгәр төҫтәге тәҙрәләрҙең дөйөм күләме 496 квадрат метр тәшкил итә. Етештереүсе 50 йыл гарантия бирә.

Мәсет-баш ҡалабыҙың йөрәге. Быға тиклем да ҡатмарлы проекттар башҡарғаныбыҙ булды, шуға күрә ниндәйҙер ауырлыҡтар булманы. Проект төҙөү һәм конструкцияларҙы эшләү өсөн 17 көн талап ителде. Әле һуңғы партияны төҙөлөш майҙансығына алып барырға әҙербеҙ.

Данияз Нухов, тәҙрә етештереүсе компания вәкиле

Өфөгә ингән ерҙә генә урынлашҡан «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетенә 2007 йылда нигеҙ һалынғайны. Эш төрлө инвесторҙар тарафынан алып барыла һәм оҙайлы ваҡыт туҡтап тора. Дини объект төҙөлөшөнә 2 йыл элек яңы һулыш өрөлә. Радий Хәбиров эште тегеҙеү буйынса кәңәшмә үткәреп, комплекслы тикшереү бурысын ҡуя. Белгестәр тарафынан мәсеттең торошо баһалана. Элекке тәҙрәләрҙең конструкцияһы йылдар үтеү менан тутыҡҡан, ә быялаһы ярылып, яраҡһыҙ хәлгә килгәнлеге асыҡлана.

Тәүҙә металл кронштейндар ҡуйылып сығыла. Тәҙрәне тулыһынса төҙөлөш майҙансығында йыялар. Конструкцияны беркеткәндән һуң, уны йылытыу эше башлана.

Әр-Рәхим мәсетенең дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөш эштәре менән бер рәттән эргәләге биләмәне тәртипкә килтереү бурысы тора. Шулай уҡ ерҙе нығытыу ҙа талап ителә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ