Кушнаренколар фронтҡа гуманитар ярҙам илткән

Районда тупланған гуманитар ылауҙы хакимиәт башлығы Марат Латыпов оҙатып барған. Кушнаренко халҡы яҡташтарына УАЗ автомобиле, квадроциклдар, маскировка селтәрҙәре, мобиль мунсалар, пилотһыҙ осҡостар һәм шәхси посылкалар ебәргән. “Беҙҙең яугирҙар – ысын геройҙар. Уларға ихтирам күрһәтеү һәм ярҙам итеү мөһим. Ылау туплауҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ. Ватан һаҡсыларын хәстәрләү – изге бурыс. Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”, -тип яҙған социаль селтәрҙә Марат Латыпов.

Фото №1 - Кушнаренколар фронтҡа гуманитар ярҙам илткән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ