Быны һәр кем үҙ урынында башҡарырға тейеш”. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Беренселәр хәрәкәте” активистары менән осрашыу барышында шулай тип белдерҙе. Ул Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең координация советы ултырышында йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән “Беренселәр хәрәкәте” грант конкурсында ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр һаны буйынса илдә алдығылар исемлегендә. Быйыл 40 еңеүсе 53 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. Республикала 315 меңдән ашыу бала һәм өлкән йәштәгеләр төбәк бүлексәһенең ағзаһы булып тора. Ойошма рәйесе урынбаҫары Заһир Ғүмәров:




