Бәләбәй районы Знаменка ауылында табип амбулаторияһы сафҡа инә

Объект “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Быға тиклем халыҡҡа медицина ярҙамы 1978 йылда һалынған кирбес бинала күрһәтелә. Ул яңы талаптарға яуап бирмәй. Модулле амбулатория ике айҙа төҙөлгән.  Эске биҙәү эштәре тамамланған. Учреждение һыу менән тәьмин итеү системаһына тоташтырылған. Бында беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтелә. Халыҡ анализ тапшыра һәм тикшереү үтә ала. Яңы амбулатория ике меңдән ашыу кеше йәшәгән 4 ауылды хеҙмәтләндерә. Ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан лицензия алғас тулы ҡеүәттә эшләй башлай. Амбулатория хеҙмәткәре Наилә Суркова:

Бәләбәй районы Знаменка ауылында табип амбулаторияһы сафҡа инә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Азат Мөхәмәтйәнов яңы табип амбулаторияһы менән танышты.

Бәләбәй районы Знаменка ауылында табип амбулаторияһы сафҡа инә

Быйыл республикала 120-нән ашыу моделле фельдшер-акушер пункттары асыу ҡарала. 

Фото №1 - Бәләбәй районы Знаменка ауылында табип амбулаторияһы сафҡа инә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ