Башҡортостан халҡы интернет үткәреләсәк ауылдар өсөн тауыш бирә ала

Киләһе йылда 1 мең 200-ҙән ашыу ауылды глобаль селтәргә тоташтырыу ҡарала. Программа тормошҡа ашырылғандан алып, республика халҡы фекер белдереүҙә әүҙемлек күрһәтә. Проектҡа ярашлы, 300 ауылда станциялар барлыҡҡа килде. Быйыл 26 станция сафҡа индерелде. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 60-тан ашыуы эш башлар тип көтөлә. Улар өсөн 2023-2024 йылдарҙа тауыш бирелгән. Ошо көндәрҙә Саҡмағош һәм Салауат райондары ауылдарына интернет үткәрелде, тип хәбәр итәләр Һанлы үҫеш министрлығынан.

Фото №1 - Башҡортостан халҡы интернет үткәреләсәк ауылдар өсөн тауыш бирә ала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ