“Сауҙагәр” фестиваленә “Финист”а барырға була

Стәрлетамаҡта 8-10 августа ҙур сара үтә. Ул ойошторолған көндәрҙә Өфө-Күмертау-Ырымбур поезына 8 вагон тағыла. Өфө халҡы фестивалгә тимер юл траснпортында бара ала. Поезд баш ҡаланан 7 сәғәт 43 минутта, Стәрлетамаҡтан 19 сәғәт 13 минутта юлға сыға. “Сауҙагәр” фестивале бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл ул Башҡортостан етәксеһе башланғысы менән булдырылған Креатив индустриялар көнө барышында ойошторола. Саф һауала оҫталар ҡаласығы асыла, тамаша, йәрминкә һәм лекциялар була.

Фото №1 - “Сауҙагәр” фестиваленә “Финист”а барырға була
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ