Аделина Заһидуллина Өфөлә зарядка үткәрә

Баш ҡалала “Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек” тигән форум уҙғарыла.  Ул Физкультурниктар көнөнә бағышлана. Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина 9 августа “Тулҡын” паркында йыйын ҡунаҡтары һәм баш ҡала халҡы менән бергә күнекмә яһай. “Барығыҙҙы ла көтөп ҡалам. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Бергә зарядка яһарбыҙ, Еңеү энергияһын тойорбоҙ”, - тип белдерҙе ул. “Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек” форумында профессиональ спортсылар, йәмәғәт ойошмалары, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыусылар ҡатнаша. Уның барышында атҡаҙанған тренер Әмир Дауыҡаев иҫтәлегенә футбол һәм шахмат турниры ойошторола. Оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар ҡаралған.

Фото №1 - Аделина Заһидуллина Өфөлә зарядка үткәрә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ