Радий Хәбиров Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә старт бирҙе

Бөгөн республика етәксеһе буласаҡ бинаның нигеҙенә капсула һалды. Сарала шулай уҡ төҙөүселәр, Башҡортостандың математика буйынса йыйылма командаһы тренеры Александр Столяров менән Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призеры Виктор Ужегов ҡатнашты. Киләсәк быуынға хат тексы һалынған капсула бинаның нигеҙенә төшөрөлөп, өҫтө цемент ҡатнашмаһы менән ҡапланды.

Математика лицей-интернаты 360 уҡыу һәм 250 йоҡо урынын, заманса кабинеттар, торлаҡ блогын, спорт зонаһын, ашхана һәм китапхананы үҙ эсенә аласаҡ. Мәктәп Менделеев урамында, «Өфө Экспо» күргәҙмәләр комплексынан алыҫ түгел майҙанда урынлашасаҡ. Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Был маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙаныһынан йәмғеһе 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Математика лицейы 2027 йылдың 6 декабренә тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ