Миәкә районы аграрийҙары 4 мең гектар ерҙә бөртөклө культураларҙы урып алған

Миәкә районы аграрийҙары 4 мең гектар ерҙә бөртөклө культураларҙы урып алған. Был дөйөм күләмдең 10 проценты. «Нива» хужалығында комбайндар һоло һуғыуға төшкән. Сиратта бойҙай һәм арпа. Эштәр йылдам бара, ти механизаторҙар. Гектар ҡеүәте ярайһы уҡ көслө. Һауа торошо ла ҡулай ғына. Көндәр артабан да яҡшы торһа ураҡты иртәрәк тамамларға иҫәп тоталар.

Йәмғеһе районда бөртөклө культуралар 40 мең гектар ерҙә сәселгән. Уларҙы тамамлау менән хужалыҡтар кукуруз, көнбағыш һәм башҡа ярауай культуралар урыуға тотнасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ