Ишембайҙа «Урал батыр» йәнһүрәтен төшөрөү тамамлана

«Ишембайфильм» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мультфильмдар ижад итеү студияһы проектында ҡатнашыусыдарҙы башҡорт халыҡ эпосы рухландырған. Команда проектты республика башлығы грантына тормошҡа ашыра. Мультфильм нейроселтәр анимацияһы ҡулланып төшөрөлгән. Өс сериянан торған йәнһүрәттең һәр береһе 12 минуттан ашыу дауам итә. Мультфильмдың бөтә серияларында ла Салауат башҡорт драма театрының художество етәксеһе Рафаэль Ғәйнуллин тауышы яңғырай. «Урал батыр» йәнһүрәтенең премьераһы сентябргә билдәләнгән.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ