Башҡортостан Өфө йылғаһы аръяғында коммуналь инфраструктура төҙөлөшөнә федераль үҙәктән 8 миллиард ярым һум аҡса аласаҡ. Был ҡарарҙы Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы ҡабул итте. Уның ултырышында видеобәйләнеш аша республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатншты.
Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге комиссия ағзалары төбәктәрҙең коммуналь селтәрҙәр төҙөлөшөнә ҡаҙнасылыҡ кредитын алыуға бирелгән ғаризаларын тикшерҙе. Башҡортостан тәҡдим иткән проект Өфө йылғаһы аръяғында 8 инфраструктура объекты төҙөүҙе күҙ уңында тота. Һөҙөмтәлә 2040 йылға тиклем 1 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Инженер селтәрҙәре 56 мең тирәһе кешене һыу менән тәьмин итеү сифатын да яҡшыртасаҡ, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығы Рәсәй Хөкүмәте, илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, төбәктәр үҫеше фондына ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе.



