Бөгөн республика етәксеһе буласаҡ бинаның нигеҙенә капсула һалды. Башҡортостандың теүәл фәндәргә һәләте булған малай-ҡыҙҙарҙын берләштерәсәк белем усағы «Йәштәр һәм балалар» милли проектына яршалы төҙөлә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Киләсәккә яҡты өмөт, тәләктәр яҙылған хаттың бер өлөшө. Уның тексын Башҡортостандың математика буйынса йыйылма командаһы тренеры Александр Столяров уҡый. Ҡағыҙ бите капсула эсенә һалынып, буласаҡ математика лицей-интернаты нигеҙенә төшөрөлдө. Өҫтө цемент ҡатнашмаһы менән ҡапланды. Уны 50 йылдан һуң асырға рөхсәт ителә.
Тантаналы сарала республика етәксеһе Радий Хәбиров буласаҡ математика лицейының проекты менән танышты. Белем йорто 360 уҡыу һәм 250 йәшәү урынын, заманса кабинеттар, торлаҡ блогын, спорт зонаһын, ашхана һәм китапхананы үҙ эсенә аласаҡ. Йәғни, балаларҙың йәшәүен һәм уҡыу процесын ойоштороу, шулай уҡ математика, информатика, программалау өлкәһендә конкурентлыҡ һәләтен күтәреү буйынса барлыҡ шарттар булдырыласаҡ. Күләмле төҙөлөшкә республика етәксеһе старт бирҙе.
Буласаҡ белем усағына капсула һалыу сараһында Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Виктор Ужегов та ҡатнашты. Быйыл 11-се синыфты тамамлаған егет математика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призеры.
Математика лицей-интернатының дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метрҙан ашыу. Мәктәп Менделеев урамында, «Өфө Экспо» күргәҙмәләр комплексынан алыҫ түгел майсансыҡта урынлашҡан. Проект төҙөлөп бөтмәгән умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге бинаһын реконструкциялауҙы һөм өҫтәмә корпустар, бассейн төҙөүҙе күҙ уңыда тота.
Математика лицей-интернатында 6-сы синыфтан алып республиканың иң һәләтле малай-ҡыҙҙары уҡый аласаҡ. Класстарҙы 20-шәр уҡыусы менән туплау күҙаллана.
Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Был маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙаныһынан йәмғеһе 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Математика лицейын 2027 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған.
Әлфинә Килдейәрова




