Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә төҙөүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республиканың төҙөлөш тармағында эшләүсе һөнәрмәндәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Уларҙың тырышлығы һәм яуаплылығы менән төбәктә тиҫтәләгән социаль объекттар, торлаҡ йорттар, юлдар һәм башҡа объекттар сафҡа индерелә. Тантаналы ултырыштан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Сәфәрғәли Батыршин 50 йылдан ашыу төҙөүсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Августа билдәләнгән һөнәри байрамын ул йылда көтөп ала, сөнки төҙөлөш тормошомдоң онотолмаҫ бер өлөшө ти ул. Биш тиҫтә йыл эсендә Сәфәрғәли Батыршин меңәрләгән саҡрым тимер юл, торлаҡ йорттар төҙөгән.
Саҡмағош районынан Альбина Зәйнетдинова 40 йылдан ашыу кран йөрөтөүсе булып эшләй. Ҡеүәтле йөк машианаһы менән идара итеүсе ханым һайлаған һөнәремә бер ҙә үкенмәнем ти, сөнки тармаҡта гүзәл заттар бик кәрәкле белгестәр. Ҡатын-ҡыҙҙар ауыр эштә лә яуаплы, һөнәргә иғтибарлы, түҙемле лә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш тармағы белгестәренең хеҙмәтен юғары баһаланы. Республика төҙөлөш комплексы үҫеше иҡтисад тотороҡлоғона булышлыҡ итә, инвестициялар йәлеп итә. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары булдырыла, социаль объекттар, торлаҡ төҙөлә.
Дүртенсе йыл рәттән республикала йылына 3 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Был күрһәткестәр буйынса Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһе Волга буйы федераль округында алдынғылар иҫәбендә. Рәсәй президенты ҡарары буйынса республикала 2030 йылға тиклем йыллыҡ төҙөлөш күләмен 4 миллион квадрат метрға еткереү маҡсаты тора.
Төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре ил өсөн һынылышлы осорҙа ла төҙөлөш темптарын кәметмәй, алға барырға тырыша, заман һынауҙарын үтеп һөнәри маҡсаттарҙы үтәй. Йыл аҙағына тиклем республикала күп ҡатлы йорттар, мәктәп-поликлиникалар файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Флорида Ким




