Өфөлә «баланы мәктәпкә әҙерлә» хәйриә акцияһы үтте

«Берҙәм Рәсәй» партияһы акцияһына малай-ҡыҙҙарға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итергә эшҡыуарҙар, бағыусылар һәм йомарт кешеләр ҡушылған. «Баланы мәктәпкә әҙерлә» хәйриә акцияһы аша мөмкинлектәре сикләнгән, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яугир балаларына яңы уҡыу йылы башланыуға мәктәп кәрәк-яраҡтары, кәнсә туарҙары менән ярҙам күрһәтелде. Хәйриә ярҙамын шулай уҡ илдең яңы төбәктәренән күсенергә мәжбүр булған уҡыусылар ҙа алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ