Башҡортостан Өфө йылғаһы аръяғында коммуналь инфраструктура төҙөлөшөнә федераль үҙәктән 8 миллиард ярым һум аҡса ала. Был ҡарарҙы Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы ҡабул итте. Уның ултырышында видеобәйләнеш аша Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге комиссия төбәктәрҙең коммуналь селтәрҙәр төҙөлөшөнә ҡаҙнасылыҡ кредитын алыуға бирелгән ғаризаларын тикшерҙе. Башҡортостан тәҡдим иткән проект Өфө йылғаһы аръяғында 8 инфраструктура объекты төҙөүҙе күҙ уңында тота. Һөҙөмтәлә 2040 йылға тиклем 1 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Инженер селтәрҙәре 56 мең тирәһе кешене һыу менән тәьмин итеү сифатын да яҡшыртасаҡ, тине Радий Хәбиров.




