Баймаҡ районының Граф күле буйы кино төшөрөү майҙансығына әйләнде

Башҡортса вестерн. Баймаҡ районының Граф күле буйы кино төшөрөү майҙансығына әйләнде. Әлеге ваҡытта «Атайсал» тулы метрлы кинокартинаның күләмле сәхнәләрен төшөрөү бара. Массовка актерҙары булараҡ урындағы халыҡ ҡатнаша. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Фильм төшөрөү-ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы процесс. Кино сәнғәтенең үҙ ҡағиҙәләр һәм талаптары бар. Улар менән массовка актерҙарын таныштыралар. «Атайсал» тулы метражлы фильмында төшөү өсөн Баймаҡ һәм күрше райондарҙан кешеләр йыйылды.

«Атайсал» нәфис фильмын Шәүрә Шәкүрова сценарийы буйынса Рөстәм Шәйхетдинов төшөрә. Режиссер өсөн тулы метражлы фильм өҫтөндә эшләү ижади дебют та. Кинотаҫманың сюжеты өс дуҫ-Айҙар, Рөстәм һәм Шамилдың мажаралары тураһында. Малайҙар ат тәрбиәләү эшенә өйрәнә. Төп сәхнәләрҙең береһе-милли бәйгеләрҙе, шул иҫәптән Ауҙарыш көрәшен сағылдырыусы күләмле атлы этнофестивалде реконструкциялау. «Атайсал» фильмын төшөрөү өсөн Баймаҡ районы юҡҡа ғына һайланмаған.

Фильм төшөрөү өсөн төрлө белгестәр, актерҙар һәм массовкала ҡатнашыусылар ғына түгел, 50-нән ашыу ат йәлеп ителә. Уларһыҙ был фильм тулы һәм ҡыҙыҡлы булмаҫ ине.

Локация, декорациялар, һәр кадрҙың композицияһы төҙөлгән. Быларҙың барыһы артында профессионалдар командаһы тора. Атмосфераны тергеҙеүҙә Денис Өмөтбаев һәм уның «Башҡорт йәйләүе» проекты ярҙамлаша.

«Атайсал» «Башфильм» ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Башлығы гранттары фонды менән Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Баймаҡ районыныда кино төшөрөү август ураларына тиклем дауам итәсәк. Тулы метражлы картина ҙур экрандарға 2026 йылда сығасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ