Был һан үткән йыл менән сағыштарғанда 25 процентҡа күберәк. “Республикалағы юғары уҡыу йорттары йәштәрҙе йәлеп итә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙебеҙҙә белем алыуҙы хуп күрә. Был беҙҙең өсөн яҡшы күрһәткес”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 4 вуз “Приоритет 2030” программаһында ҡатнаша. “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, илдәге иң яҡшы кампусты төҙөү дауам итә. “Барыһы ла йәштәребеҙ бында ҡалһын, үҙебеҙҙә белем алһын һәм башҡа төбәктәрҙәге һәләтле уҡыусылар Башҡортостанға килһен өсөн эшләнә”, - тигән Радий Хәбиров. Республикала 69 яугир юғары уҡыу йортона ингән. Хәрбиҙәрҙең 545 балаһы университеттарға ҡабул ителгән. Ватан һаҡсыларының күбеһе аграр университетты һайлаған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ул һәм ҡыҙҙары Өфө Фән һәм технологиялар университетына документ тапшырған. “Беҙҙең уҡыу йортон сит ил студенттары ла һайлай”, - ти Өфө Фән һәм тәхнологиялар университетының Башҡорт филологияһә, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Бөгөн вуздарҙа уҡырға ҡабул итеү тураһында тәүге бойороҡтар донъя күрә. Әлегә 11 меңгә яҡын кеше 1-се курсҡа алынған. Быйыл республикала 15 мең ярым бюджет урыны ҡаралған.
Патриотик тәрбиә биреү үҙәге етәксеһе Марина Таран белдереүенсә, Башҡортостанда юғары белем биреү системаһы йылдам үҫешә.




