Кешеләр телефондағы тауышҡа ышанып, ҙур суммалар юғалта, бурысҡа бата. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Салауат ҡалаһында йәшәгән пенсионер ҡатын 335 мең һум аҡсаһын банкомат аша ялған дәүләт хеҙмәткәренә ебәргән. Стәрлетамаҡта торған ҡатын 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын инвестиция булараҡ һалған. Сумма билдәһеҙ иҫәпкә күсерелгән. Инвесторҙар аҡсаны алыу менән юҡҡа сыҡҡан. Полиция таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙың хәүефле булыуы тураһында иҫкәртә.




