Республикала 69 яугир юғары уҡыу йортона ингән

Хәрбиҙәрҙең 545 балаһы университеттарға ҡабул ителгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. Ватан һаҡсыларының күбеһе аграр университетты һайлаған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ул һәм ҡыҙҙары Өфө Фән һәм технологиялар университетына документ тапшырған. Бөгөн вуздарҙа уҡырға ҡабул итеү тураһында тәүге бойороҡтар донъя күрә. Әлегә 11 меңгә яҡын кеше студент булған. Быйыл республикала 15 мең ярым бюджет урыны ҡаралған. 

Фото №1 - Республикала 69 яугир юғары уҡыу йортона ингән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ