Уны Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виталий Савельев уҙғарҙы. Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып дрондарҙы файҙаланыу өлкәһен закондар менән көйләү башланды. - Беҙҙә "Пилотһыҙ берләштерелгән технологиялар" тигән идарасы компания булдырылды. Ул һынауҙар һәм компетенциялар фәнни-етештереү үҙәге эшмәкәрлеген координациялай. 20-гә яҡын предприятие резидент статусын алған. Пилотһыҙ авиация системалары үҫеше яңы мөмкинлектәр бирә. Инфраструктура булдырыу, кадрҙар әҙерләү буйынса эш дауам итәсәк, тине Андрей Назаров.




