Башҡортостанда МХО геройҙарына тәүге мемориаль комплекс асылды

Сара бөгөн  Стәрлетамаҡта Еңеү паркында булды. Унда Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  ҡатнашты. - Һәйкәл девиздарының береһе - "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ". Һуңғы  йылдарҙа ул барыбыҙҙы берләштергән  девизға әүерелде.  Башҡортостан ысынлап та  үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай.  Бөтә республика  яугирҙарҙың хәлен яҡшыртыу, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары  өсөн тырыша, тине  Радий Хәбиров. Мемориаль комплексты  урынлаштырыу  эштәре быйыл апрелдә башланды.  Ул бронзанан ҡойолған,  оҙонлоғо  12 метр, бейеклеге 3 метрҙан ашыу. 

Фото №1 - Башҡортостанда МХО геройҙарына  тәүге  мемориаль комплекс  асылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ