Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты. Ун дүрт төбәк етәксеһен бергә йыйыған ултырыш был юлы Пермдә үтте. Совет ултырышы төбәктәр өсөн төрлө мәсьәләләр буйынса тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы. Был юлы көн тәртибенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә , шулай уҡ эшләүсе йәштәргә дәүләт ярҙамы мәсьәләләре сығарылды. Башҡортостандың был йәһәттән башҡа төбәктәргә уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе ҙур, тине Радий Хәбиров.




