Яңы мәғариф учреждениеһы балаларға заманса белем биреүгә йүнәлтелгән. Шуға ла ул башҡа белем усаҡтарынан айырылып торасаҡ. Ниндәй үҙенсәлектәре бар мәктәптең? БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ҡыҙыҡһынды.
Мәктәптең буласаҡ спорт залы. Төҙөлөштә белгестәр үҙенә күрә, ябай булмаған технологик ысул файҙаланырға тырыша. Сөнки, ул гимнастика һәм тренажер залдары булараҡ йыһазландыраласаҡ. Уҡыу блогында иһә төҙөлөш дөйөм күләмдең яҡынса 40 проценты үтәлгән. Әлеге ваҡытта эске биҙәкләү эштәре алып барыла.
Затон биҫтәһендәге мәктәп баш ҡалала иң ҙурҙарҙан һанала. Проект буйынса бина 1225 урынға иҫәпләнгән. Миловка урамындағы объект республика Хөкүмәте менән «ПроШкола» компанияһы араһындағы концессия килешеүе сиктәрендә «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса төҙөлә. Федераль бюджеттан финанслана. Программа балаларға белем биреү һәм уларҙың үҫеше өсөн заманса уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.
Мәғариф комплексы торлаҡ квартал эсендә урынлашҡан. Ул да инде тиҙ темптар менән төҙөлә һәм үҫешә. Әйткәндәй, яңы уҡыу йылында республикала яңыртылғандан һуң, 35 мәктәп үҙ ишектәрен аса.
Азат Ғәлиуллин



